Новости
1 Ғинуар 2020, 06:35

Ташландыҡ автомобиль тураһында

Республика башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Өфө ҡалаһының Черниковка урамы, 51 адресы буйынса ташландыҡ машина тороуы тураһында яҙҙылар. Бәлки, унда наркомандар "закладка" яһайҙарҙыр, нишләп ул машинаны алып китмәйҙәр, тип борсолдо яҙманың авторы.

Был һорауға Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығынан яуап бирҙеләр:

"Һеҙ күрһәткән адрес буйынса торған машина, ташландыҡ, тип иҫәпләнгән транспорт средстволары ингән иҫәп журналына ҡуйылған.

2020 йылдың 17 ғинуарына тиклем ошо адрес буйынса тикшереү менән сығып, әгәр автомобиль ташландыҡ машина критерияһына тап килә икән, хужаһына, үҙ аллы уны ирекле күсереүен һорап мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.

Аҙаҡ ҡабаттан комиссия менән барып тикшерәсәкбеҙ.

Әгәр машинаның хужаһы өс эш көнө эсендә бер ниндәй ҙә сара күрмәй икән, бойороҡ сығарып, транспортты махсуслаштырылған туҡталҡаға күсерәсәкбеҙ".

Фото: ВК-нан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tashlandi-avtomobild-r-tura-inda-58209/
Читайте нас