2008 йылда ҡыҙы яман шеш менән сирләп китә Уны ҡотҡарыу өсөн ҡатыны менән кәңәшләшеп фатирҙарын һаталар. Кеше йортонда аҡса түләп йәшәргә мәжбүр булалар. Тормош көндән –көн ауырлаша. Аслыҡтан үлмәү өсөн пенсионер урамда хәйер һораша башлай. Ҡарттың яҙмышына битараф булмаған бер ҡатын уға иғтибар итә, хәлен ентекләп һораша, телефон номерын ала. Шуны ла әйтеп үтәйек, Зәки Минеғәле улы – беҙҙең яҡташыбыҙ, йәш сағында Красноярск ҡалаһында төпләнгән, балта оҫтаһы булып эшләгән.
Пенсионер хәленә ингән ҡатын социаль селтәрҙә ошо ваҡиға тураһында һөйләп, яҡташтарынан ярҙам итеүҙе үтенгән. Таң атҡансы хәйерселектә көн күргән ҡарттың картаһына бер миллиондан ашыу аҡса килгәне асыҡланған. Ысынлап та, Яңы йыл мөғжизәһе! Өҫтәүенә депутаттар ҙа ярҙамға килгән.