Новости
1 Ғинуар 2020, 06:35

Шыршыңды ҡайҙа итергә белмәһәң...

Утилләштереүгә тапшыр!

Яңы йыл килер, бер аҙҙан шыршының кәрәге ҡалмаҫ. Сүп-сар майҙансығына атып бәргәнсе, уны юнысҡыға тапшырырға мөмкин. Баш ҡалала 11, 12, 18 һәм 18 ғинуарҙа"Шыршыларҙы — юнысҡыға" экологик акцияһын уҙғарыласаҡ.

Өйҙө биҙәгән һәм кәрәге ҡалмаған ҡарағайҙарҙы, аҡ шыршыларҙы, шыршыларҙы Өфөнөң 24 махсус ҡабул итеү пунктына тапшырырға мөмкин. Бынан тыш, 18 ғинуарҙа «Аркада» һәм «Купец» сауҙа үҙәктәре биләмәһендә яңы йыл ағастарын утилләштереүгә тапшырыу өсөн өҫтәмә нөктәләр ойошторола.

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Shirshi-di-ay-a-iterg-belm-58997/
Читайте нас