Новости
1 Ғинуар 2020, 06:30

“Хәҙер үк бахил кей!”

Юғары температура менән ятҡан балаһына килгән “Тиҙ ярҙам” фельдшерына әсә кеше тупһанан уҡ талап ҡуя.

Был видео күптәрҙе аптыратты — ишек асылыу менән видеоға төшөрөп торалар, күрәһең, ирле-ҡатынлы алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған. Ҡатын фатирға ингән фельдшерға бахил кейергә тәҡдим итә. Медик, бахил кейеү инструкция буйынса ҡаралмаған, тип яуап бирә һәм бүлмәгә уҙа. “Тиҙ ярҙам” саҡырыусы әсә ҡысҡара башлай: “Хәҙер үк бахил кей! Минең ике бәләкәй балам бар!”

Ир кешенең, баланың температураһы 39 градус, тигәне ишетелеп ҡала.

Фельдшер хәүефһеҙлек техникаһы бүлегенә шылтыратырға тәҡдим итә, улар ни өсөн бахил кейеү тыйылғанын аңлатыр, ти. Ике ҡатын да принципҡа китә. Хужабикә фельдшерға тағы ҡысҡырғас, ул фатирҙан сығып китә.

Ысынлап та, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яуап биреүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренә бахил кейеү бурысын ҡуйған бер ниндәй ҙә документ юҡ. Фельдшерҙан тыш, почтальондар, саҡырыу буйынса килгән полиция хеҙмәткәрҙәре бахил кейергә тейеш түгел.

Сөнки эйелгән мәлдә улар үҙ-үҙен һаҡлай алмай һәм бының менән ҡара уйлы әҙәмдәр файҙалана, баҡтиһәң. Полицейскийҙың - ҡоралын, почтальондың - аҡсаһын, ә фельдшерҙың дарыуҙарын урлауҙары бар. Мәҫәлән, наркомандарҙың “Тиҙ ярҙам”ды саҡырып, эйелгән медиктың башына һуғып, сумаҙанынан көслө дарыуҙар урлаған осраҡтар теркәлгән. Ә махсус сумаҙанда ҡиммәтле ампулалар бар, уларҙың ҡайһы береһе хатта 25 мең һумлыҡ.

Яңы йыл каникулында “Тиҙ ярҙам” нон-стоп режимында эшләйәсәк. Шуға күрә тупһаға еүеш сепрәк һалып ҡуйығыҙ, тип киҫәтә медицина хеҙмәткәрҙәре.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/H-er-k-bahil-key-59103/
Читайте нас