

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов сәләмләгән.
Райондың билдәле шәхестәре һәм эшмәкәрлеге тураһындағы төп доклад менән йәмәғәтселек советы рәйесе Руфина Сухорукова сығыш яһаған.
Танылған яҡташтары хаҡында Юрматы башҡорттарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәүилә Арыҫланова ла һөйләгән.
Табын башҡорттарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмурзин конференцияға йомғаҡ яһаған.
Сара Ғафури районы гимны менән тамамланған.
Фото: ВК-нан.