Новости
27 Декабрь 2019, 09:20

Зәйнетдиновтарҙың ниндәй шатлығы бар?

Һуңғы йылдарҙа көндәлек тормошта милли рухҡа баҫым яһаған күренештәрҙең артыуы ҡыуандыра. Йәше лә, ҡарты ла берҙәй милли атрибутикалы кейем кейә, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрҙе яратып таға. “Этномаркет”, “Селтәр” кеүек милли биҙәүес етештергән ойошмалар араһында Гөлгөнә Зәйнетдинованың эштәре лә иғтибарҙы йәлеп итә.

Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты ҡатыны Гөлгөнә ханым, ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Азамат менән төрлө күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа йыш осратырға тура килә. Күптән түгел ижади ғаиләлә тағы ла бер ҡыуаныслы хәл булған: улар “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә үҙ магазинын асҡан. Һатыуҙа биҙәүестәрҙән тыш ҡурай, ҡумыҙ, һайран кеүек музыка ҡоралдары, милли орнаментлы кейемдәр, галстуктар ҙа бар икән.
Матур башланғыстары хәйерле булһын!
Гөлгөнә Зәйнетдинова фотоһыАвтор: Айгөл Йәмилева.https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Z-ynetdinovtar-i-nind-y-shatli-i-bar-55855/
Читайте нас