Новости
27 Декабрь 2019, 09:25

Йыллыҡ эш һөҙөмтәләре ҡаралды

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышы булды.

Сарала республика башҡарма власть органдары, төбәктәге үҫеш институттары, эшлекле берекмәләр һәм бизнес берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары – Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы, Проект офисы секретары Әлфиә Теүәлбаева Проект офисы ҡарарҙары үтәлешенә мониторинг һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Быйыл офистың 28 ултырышы үткәрелгән, 169 күрһәтмәнең 140-ы үтәлгән, ҡалғандарының ваҡыты оҙайтылған. Атап әйткәндә, ултырышта ҡайһы бер дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ барҙы.
Мәғлүм булыуынса, бизнес һәм инвестициялар өлкәһендә Берҙәм портал, “Минең бизнесым”, Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәге төҙөлгән. Киләһе йыл муниципаль берәмектәрҙә 12 яңы коворкинг эшләй башлаясаҡ. 2020 йылдың тәүге яртыһында ошондай туғыҙ үҙәк асыу күҙаллана.
Проект офисы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Улар экспорт йүнәлешендә эшләгән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымының бер өлөшөн субсидиялауға, төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙы электрон төргә күсереүгә, индустриаль парктарҙың идарасы компанияларына саманан тыш ҙур талаптарҙы сикләүгә, технопарктарға ҡуйылған өҫтәмә талаптарға ҡағыла.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас