Новости
27 Декабрь 2019, 07:18

Ҡышҡы каникулда почта нисек эшләй?

31 декабрҙә республиканың бөтә почта бүлексәләре лә ҡәҙимгесә эшләй, ни бары эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

1, 2 һәм 7 ғинуарҙа почта ял итә.


3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа почта бүлексәләре ҡәҙимге режим буйынса эшләйәсәк.


Пенсия, пособие, баҫмаларҙы, хаттарҙы ваҡытында алып барып еткерер өсөн, ҡайһы бер ауыл почта бүлексәләре икенсе режим буйынса эшләүе ихтимал.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ish-i-kanikulda-pochta-nisek-eshl-y-55873/
Читайте нас