- ... Миңлебикә һәм Рафаэль Ғайсиндар ихатаһы янында ҡар булмаған ваҡытта уҡ төрлө-төрлө һындар күҙҙең яуын алып ултыра ине. Уларҙың барыһы ла – машина покрышкаларынан! Эйе, эйе, тап шуларҙан! Ышанмай, барып ҡараным. Ҡыҙыл тунлы, аҡ һаҡаллы, ҙур тоғо булған Ҡыш бабай, янында матур ғына Ҡарһылыу, аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына, ҡурҡаҡ ҡына ҡуян, урман хужаһы айыу, янында иркә бесәй, ял итеп, ултырып торорға семәрле креслолар. "Һындар өсөн бөтәһе 33 машина тәгәрмәсе ҡулландым, – ти Рафаэль ағай. – Быйыл ғына түгел, һуңғы йылдарҙа ҡыш һуң килә, ҡар яумай ыҙалата. Шулай булһа ла, йыл да ҡар һындары эшләмәйенсә ҡалғаныбыҙ юҡ. Район, ауыл буйынса үткәрелгән "Иң матур боҙ ҡаласығы" бәйгеһендә нисә йыл инде юғары урындар биләйбеҙ. Ошоға тиклем ҡарҙан төрлө һын әүәләй инек. Беҙгә күрше-тирә лә ярҙамға килеп етә. Ә быйыл ҡар яумай оҙаҡлағас, урам тулып ятҡан машина тәгәрмәстәрен файҙаланып, төрлө фигуралар эшләп ҡарарға булдым. Был эш миңә таныш. Сөнки быға тиклем покрышкаларҙан сәскә һауыттары, аҡҡош, ихата алдына ултыртыу өсөн эскәмйә эшләгәнем бар ине. Ә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йәнлектәрҙе тәүгә эшләүем. Уларҙы эшләү өсөн көҙҙән үк яйлап әҙерләнә башланым. Һәр бер покрышканы таҙаланым, буяным. Иң алда ҡуян эшләп ҡараным, артабан – айыу, бесәй. Ҡыш бабай эшләргә булғас, аптыраңҡырап ҡалдым. Кәүҙәһе покрышканан, тундың яғаһына покрышкаларҙы ҡырҡып ҡуйҙым, һаҡалы мамыҡтан, тик башы ғына ҡарҙан. Ҡыш бабайҙан һуң Ҡарһылыуҙы һынландырыу еңел булды. Эшләгән эштәремдән ҡәнәғәтмен. Тәүге эшем булһа ла, ауылдаштар ғына түгел, сит кешеләр ҙә килә, һораша, һоҡлана. Кешеләргә матурлыҡ өләшә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ".
Бына ошондай оҫта ҡуллы кеше йәшәй Билал ауылында. Ғайсиндарҙың шыршыһы ла пластик шешәләрҙән эшләнгән. Ә шешә ҡапҡастары солан ишеген, стенаһын биҙәү өсөн тотонолған. Ҡапҡастарҙан эшләгән сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Тәбиғәткә зыян килтермәй эшләнгән ҡаласыҡ та бар Билалда. Афарин!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Бәйләнештә" селтәрендә "Йәшлек" гәзите төркөмөндә "Ауылымдың Яңы йыл ҡаласығы!" конкурсы бара. Унда ауылығыҙҙың Яңы йыл ҡаласыҡтарын: боҙ һындарын, ҡар тауҙарын, биҙәлгән шыршыларҙы күрһәтегеҙ! Йорт янына ҡуйған һындарҙы күрһәтергә лә мөмкин.