Тикшереү органдарына билдәле булыуынса, быйыл май айында Благовещен районында йәшәгән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ханымға район хакимиәте тарафынан Федоровка ауылындағы элекке мәктәп бинаһынан йәшәргә бүлмә бирелгән. Тикшереү раҫлауынса, йәшәү шарттары торлаҡ биналар талаптарына тура килмәй.
Бөгөн әлеге осраҡ буйынса Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү алды эше алып бара. Түрәләрҙең вайымһыҙлығына аптырарлыҡ түгел инде, тик нисек кенә булмаһын, тикшереү эше әбей файҙаһына була күрһен инде...