Новости
27 Декабрь 2019, 08:40

Ҡыҙ ныҡ имгәнеп, ҡабырғаһын һындырһа ла...

Октябрьский ҡалаһында була был хәл. Ағымдағы йылдың июль айында “Балалар донъяһы” магазинының интернет-заказдар йыйыу менеджеры биш метрлыҡ баҫҡыстан йығылып төшә.

Ул көн магазинда йөк ташыусылар булмай сыға, шуға күрә хеҙмәткәр өҫтәге кәштәнән биш килограмлыҡ тауарҙы үҙе алып төшөрөргә уйлай. Ҡыҙ стеллаждар араһына йығылып, ныҡ имгәнә - ҡабырғаһын һындыра. Ярай әле аралыҡта өҫтәл уйындары тулы коробкалар ултырған була, юғиһә хәл бөтөнләй ҡыҙғаныс бөтөр ине.
Учреждение етәкселеге хеҙмәткәргә, эштән бушатыу менән янап, медиктарға хәлдең айышын әйтмәҫкә бойора. "Ашығыс ярҙам" да саҡырмайҙар, ауыртыуҙан хәле насарая башлаған ҡыҙҙы такси менән дауаханаға илтәләр.
Зыян күргән хеҙмәткәр мөрәжәғәте буйынса, Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү уҙғарҙы. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итмәгәндәре һәм бәхетһеҙлек осрағын йәшерергә маташҡандары өсөн “Балалар донъяһы” йәмғиәте етәкселеге штраф түләйәсәк.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас