Шулай ҙа һәр төбәкте шәхестәр данлай. Ҡырмыҫҡалы төбәгенән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, данлыҡлы сөгөлдөрсө Банат Батырова, шағирҙар Шәриф Бикҡол, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм башҡа фиҙакәр хеҙмәте менән республиканы данлаған кешеләр ошо бәрәкәтле төбәктә тыуып үҫкән. Шулай ҙа улар араһында иң танылғаны – легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек иткән, Бөйөк Ватан һуғышында Донбасс өсөн ҡаты бәрелештәр мәлендә геройҙарса һәләк булған.
Ҡырмыҫҡалы ерендә батырҙың исемен мәңгеләштереү буйынса бихисап эштәр башҡарылған. Райондың ауылдарында уның исеме бирелгән урамдар бар, Шайморатов ауылындағы хужалыҡ та, мәктәп тә комдив исемен йөрөтә. Йыл да Шайморатов иҫтәлегенә республика кимәлендә волейбол турниры, көрәш бәйгеһе уҙғарыла. 2015 йылда батырҙың тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылған.
Быйыл иһә районда генерал-майор, дипломат һәм разведчик Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләнеләр, унда масштаблы хәрби реконструкция ойошторолдо. Был саралар республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус Указына ярашлы уҙғарылды.
Ҡырмыҫҡалы ерендә рухлы, маҡсатлы халыҡ йәшәй, шуға ла бында сәйәси-ижтимағи, рухи-мәҙәни тормош гөрләп тора.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/shaymoratovty-b-l-k-itk-n-izge-er/