Республика прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда ҡатын сабый ҡыҙҙы тәрбиәгә ала һәм Әсәлек капиталына хоҡуҡлы була. 450 һум аҡса Өфөлә фатир алыуға тотонола. 2018 йылда суд баланы ҡыҙ итеп алыу ҡарарын юҡҡа сығара, етем балалар йортона ҡайтарыла. Шуға күрә район прокуроры судҡа ҡатындың алынған аҡсаһын кире Пенсия фондына ҡайтарыуын талап иткән дәғүәһен ебәрә. Суд дәғүәне ҡәнәғәтләндерә, ҡатынға капиталды ҡайтарырға тура киләсәк. Прокуратура суд ҡарары үтәлешен ныҡлы контролдә тотасаҡ. Ошо хәл хаҡында “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.