Новости
27 Декабрь 2019, 11:58

Ошондай “Башҡорт сәйе”н күргәнегеҙ бармы?

Иғтибар итһәгеҙ, да­рыу үләндәренән, сәскә һәм емеш-еләктән сәйҙәр һуңғы ваҡытта йылдан-йыл попу­лярлаша. Күптәр магазин сәй­ҙәренән баш тартып, үлән сәйҙәренә күсә. Улар­ҙың төрлөһө була – витаминлы, дауалаусы, тынысландырыусы, көс биреүсе, хуш еҫле һәм башҡа.

“Тыуған-Родной” тигән сәй Башҡортостандың 12 таулы районынан йыйылған үләндәрҙән яһалған. Һәр ҡапсыҡтың составы төрлө һәм атамаһы бар, мәҫәлән, Әбйәлил, Белорет, Нуриман һ.б. райондары.

Үлән сәйенең файҙаһын белеүселәр, үҙ һаулығын ҡайғыртыусылар уны бик теләп ала. Аяҡ аҫтында — шифалы хазина, ҡайһы бер эшҡыуарҙар ошо юҫыҡта уңышлы эшләй. “Башҡорт сәйе” данын таратыусы ғилми-яңылыҡ индереү ойошмаһына матур дизайнлы тауар өсөн афарин!

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Oshonday-Bash-ort-s-ye-n-k-rg-nege-barmi-56882/
Читайте нас