Фажиғә 27 сентябрҙә теркәлгән. «Рощинский» совхозының ат фермаһы етәксеһе ат ҡараусы булып эшләгән ағаһына төшкө аш алып килә. Уныһы совхоз биләмәһенең Ҡуғанаҡ йылғаһы аръяғында йылҡы көткән була.
Тамаҡ ялғап алғас, туғандар малдарҙы йылғаның икенсе ярында урынлашҡан фермаға ҡыуып алып китә. Көтөү йылғаны кисеп сыға, тик бер ҡолон ғына һыуҙа ҡала. Малға ярҙам итергә кәрәклеген аңлап, ферма етәксеһе машинаның багажнигынан бау ала һәм ҡыуаҡтарға буталған ҡолонға табан бара.
- Хеҙмәткәр хайуанды ярға тарта башлаған, ләкин кинәт ағаһына ҡысҡырып, һыуға йығылған. Ярҙамға яҡында эшләгән ирҙәр йүгереп килгән. Улар зыян күреүсене ярға сығара һәм "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Тик фажиғә урынына килгән табиптар ирҙең үлемен теркәй. Ул һыуға батыу һөҙөмтәһендә механик асфиксиянан үлгән, - тип хәбәр итәләр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.
Бәлә аяҡ аҫтында тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның үлеме өсөн эш биреүсе закон алдында яуап тотасаҡ.