Новости
27 Декабрь 2019, 09:00

Ниндәй такси һайларға?

Ҡала буйлап йөрөү өсөн ниндәй ҙә автомобиль ярай, такси саҡырғанда, мәҫәлән. Ә бына алыҫ юлға сыҡҡанда, бигерәк тә һыуыҡ ҡыш миҙгелендә халыҡтың был мәсьәләгә үҙенең ҡарашы бар.

– Өфө ҡалаһында ғүмер итәм, үҙем шул тарафтарҙан булғас, Сибайға һәм Баймаҡҡа йыш йөрөргә тура килә, – тип һөйләй Мәфтуха Әлимғужина. – Таксиға заказ биргәндә иң беренсе машинаның ҡайһы илдә етештерелеүе тураһында төпсөнәм, һәр ваҡыт иномаркаға өҫтөнлөк бирәм. Улар йылы, иркен һәм оло юлда еңел елдерә.
Социаль һорау алыу үткәргән белгестәр шуға иғтибар иткән – ун кешенең туғыҙы тап сит ил автомобилен һайлаған.
Таксист, “Оpel” машинаһы хужаһы Марс Илекәевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, ысынлап та, юлаусыларҙың береһе лә ошоға хәтлем уның “тимер ат”ына ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәгән, йыраҡ арала йөрөү өсөн “уңайлы” тигән маҡтауҙан башҡа һүҙ әйтмәгән. Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙ оҙон юлға ниндәй машинала сығыр инегеҙ?
Читайте нас