Новости
27 Декабрь 2019, 07:50

"Мин нахаҡҡа төрмәлә ултырғанда, уның балаһы тыуған..."

Ысын дуҫлыҡ бармы? Бәлки... Бәйән итәсәк тарихты уҡығыҙ ҙа, үҙегеҙ был һорауға яуап биреп ҡарағыҙ.

Илнар менән Рәшит (исемдәре үҙгәртелде) - дуҫтар. Берҙән-бер көн, 2018 йылдың апрелендә, егеттәр Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы барҙарҙың береһенә күңел асырға бара. Унда тауыш ҡуба, егеттәр бер ир менән һуғыша башла. Ул саҡта 18 генә йәшлек булған Илнар ҡанлы һуғыштың шаһиты була һәм Рәшиттең теге иргә бысаҡ менән сәнскәнен күрә. Ир алған йәрәхәтенән урында йән бирә. Тик суд ваҡытында Илнарҙы тыңлап тормайҙар, уны туғыҙ ярым йылға ҡаты режимлы колонияға ултырталар. Уның бер йыл да һигеҙ айын Илнар СИЗО-ла үткәрә.
Һәм, бына ике йыл самаһы ваҡыт үткәс, Рәшит был йөктө күтәреп йәшәй алмай һәм барыһы тураһында ла һөйләп бирә. Рәшит белдереүенсә, ул бер кемде лә үлтерергә теләмәгән.
– Мин уны үлтерергә теләмәгәйнем, ни бары үҙемде яҡланым. Ул минең йәрәхәтләнеп ауыртҡан аяғыма ныҡ итеп һуҡҡас, ауыртыуға түҙә алмай ҡулыма бысаҡ алдым һәм уға сәнстем, – ти егет.
Рәшитте намыҫы бер йыл элек борсой башлаған. Социаль селтәрҙәге ғәҙәти “Һуңғы ваҡытта нимә тураһында уйланаһың?” тигән һорауға, ул “Дуҫтар тураһында” тип яуап биргән.
Аҡланған егеттең адвокаты “Уфа1” хәбәрселәренә был турала үҙ фекерен белдергән.
– Был эштә Рәшиттең ғәйебен танып килеүе мөһим роль уйнаны. Шулай уҡ эште яңынан ентекләп тикшереп сыҡтыҡ. Тәфтишсе процесҡа ҡушҡан бысаҡтың оҙонлоғо 9 сантиметр булған, ә экспертизаға ярашлы, үлгән кешенең тәненә бысаҡ 11 сантиметр тәрәнлектә ингән. Тимәк, ул был бысаҡ менән үлтерелмәгән, – ти адвокат.
Илнар баштан уҡ үҙен ғәйепһеҙ ти һәм енәйәт эшен присяжныйҙар ултырышында ҡарауҙы һорай. Тик был да егетте төрмәнән ҡотҡармай. Ни бары дуҫы килеп ғәйебен танығас ҡына уны иреккә сығаралар.
– Иреккә сығырыма ышанысым бөтә башлағайны инде. Суд залында кире рәшәткә артына ултырмын тип ҡурҡҡайным, – ти Илнар. – Аҡлағандарын ишеткәс, юғалып ҡалдым хатта. Ә Рәшитте мин ғәфү иттем.
Илнарға дуҫы судтан һуң шылтыратҡан һәм ғәфү үтенгән. Егет Рәшитте ғәфү итһә лә, күңел төбөндә үпкәһе ҡалған.
– Ғүмеремдең бер йыл да һигеҙ ай ваҡытын изоляторҙа ултырыуым, Өфөнөң психиатрик дауаханаһында булыуым бик йәл. Ә был ваҡытта Рәшит ғаилә төҙөгән, бер йыл элек ул атай булды. Төрмәнән сығыуыма бер аҙна булды, ә мин йоҡомдо юғалттым. Суд процесы әле һаман тамамланманы, тағы төрмәгә әйләнеп ҡайтырмын тигән ҡурҡыу мине эстән ашай, – ти егет.
Нисек кенә булмаһын, ике йылдан һуң булһа ла, намыҫы уйнап, дуҫын нахаҡ ғәйептән ҡотҡарған Рәшиткә нимә тип әйтергә? Әллә инде...
Фото: “Уфа”.
Читайте нас