Новости
27 Декабря 2019, 12:13

Класташтары бер малайҙың умыртҡа бағанаһын һындырған

Шишмә районында уҡыусы баланың мәктәптә етди йәрәхәт алыу осрағын бөгөн Тәфтиш комитеты тикшерә.

Етенсе класта уҡыусы зыян күреүсе малайҙы мәктәптә йыш туҡмағандар, кәмһеткәндәр. Хатта һуңғы туҡмалыуын тиҫтерҙәре видеоға төшөрөп, һуңынан уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарағандар. Видеола бер үҫмерҙең бөтә ауырлығы менән зыян күреүсенең өҫтөнә ятҡаны, ә тегеһенең ҡыбырлай алмай ыҙа сиккәне күренә. Ата-әсә, улдарын яҡлашмаған өсөн, физкультура уҡытыусыһын ғәйепләй.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Klastashtari-ber-malay-i-umirt-a-ba-ana-in-indir-an-55581/
Читайте нас