Новости
27 Декабрь 2019, 12:02

Күршеләрҙә - авиаһәләкәт

Ҡаҙағстанда Алма-ата – Нурсолтан рейсын үтәгәндә Bek Air аваикомпанияһы самолеты ҡолаған.

Бортта 95 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы булған. Самолет һауаға күтәрелә башлау менән ҡолаған: бетон ҡойма өҫтөнә төшкән һәм ике ҡатлы йортто төкөткән. Авариянан һуң шартлау йәки янғын булмаған.

Һәләкәттә 14 кеше вафат булған, 35 пассажир яраланған, ә 22-һе — ауыр хәлдә.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-rshel-r--avia-l-k-t-56779/
Читайте нас