Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законды ҡабул итте, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.
"Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, ауыл ерендә йәшәгән һәм урман тармағында эшләгән 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр бындай хоҡуҡҡа эйә, – тип аңлатма биргән республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Ошо ташламалы категорияға ҡарағандар ағасты иң тәү сиратта, дөйөм нигеҙҙә ошо хоҡуғын көтөп тормай, аласаҡ. Норма халыҡ йәшәгән урын сиктәрендә шәхси торлаҡ төҙөлөшө, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары булғандарға ҡағыла. Ошондай урманды әҙерләгәндә хаҡ та төҙөлөш кәрәк-яраҡтары баҙарындағы хаҡтан кәмерәк буласаҡ. Закон халыҡтың социаль яҡтан аҙ яҡланған өлөшөнә һиҙелерлек ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итәсәк".
Нормативтарға ярашлы, граждандарға торлаҡ йорт төҙөү өсөн – 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр, торлаҡ йортто ремонтлау өсөн биш йылға бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөү өсөн – биш йылға 50 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралтыны ремонтлау өсөн – өс йылға 15 кубометр, йылытыу өсөн йылына 20 кубометрға тиклем ағас ҡаралған.