Новости
27 Декабрь 2019, 09:15

Гөлназ Асаева ашарға бешерә беләме?..

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева сәхнәлә генә түгел, ә аш бүлмәһендә лә оҫтарғандан оҫтара бара.

Йырсы, ҡатын-ҡыҙҙар тәмле итеп ашарға бешерергә лә белергә тейеш, ти. Башҡорт-татар эстрадаһы йондоҙо Гөлназ Асаеваны әсәһе шаяртып тиргәй торған булған. Ә хәҙер Гөлназ үҙенең кулинария өлкәһендәге уңыштары менән "Инстаграм"да бүлешә.
"Кейәүгә сыҡһаң, ирең һине ике көндән ишек төбөнә кире килтереп ҡуясаҡ", - тип тиргәй ине әсәй. Ысынлап та, бер нәмә лә бешерә белмәй инем. Әммә үҫә бара барыбер өйрәнәһең икән. Бөгөн ит алып, беренсе тапҡыр ваҡ бәлеш эшләп ҡарарға булдым. Матур күренмәһә лә, бик тәмле килеп сыҡты", — тип яҙа Гөлназ. Һис ҡайғырма, Гөлназ, бына тигән итеп йырлайһың, тимәк, тәмле итеп ашарға ла бешерергә өйрәнерһең әле. Һин бит йәш...
Читайте нас