

Пассажирҙар - бизнес вәкилдәре, туристар - өсөн Евросоюз дәүләттәренә лә авиарейс асыу ихтыяжы бар. Сөнки республикабыҙ һәр яҡлап хеҙмәттәшлеген киңәйтә, сәйәхәттә йөрөргә теләүселәргә лә шарттар булдыра.
БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, киләһе йылдан Өфөнән бер нисә йүнәлешкә яңы осоштар ойоштороласаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, Италия, Ҡытай, Ҡаҙағстан һайланған. Был илдәргә Башҡортостандан ғына түгел, ә беҙҙең күрше төбәктәрҙән дә осорға теләүселәр етерлек.
Беләһегеҙ, былтыр йәй генә Австрияның баш ҡалаһына тура авиарейс асылғайны. Ошо көндәрҙә Әрмәнстандың баш ҡалаһына тура рейс 30 мартта асыласаҡ, тип хәбәр ителде.
Фото: vk.com