Новости
27 Декабря 2019, 07:25

Өфө дәүләт нефть техник университетында яңы ректор

Өфө дәүләт нефть техник университетына яңы ректор һайланылар.

Абруйлы уҡыу йортон уҡыу-методик эштәр буйынса проректор, техник фәндәр докторы Олег Баулин етәкләйәсәк.

Был вазифаға тағы ла ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры Рөстәм Дәминев менән тау-нефть факультеты деканы Александр Могучев дәғүә иткәйне.

Олег Баулин 1981 йылда тыуған. 2003 ылда Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған.

Фото: Башинформ.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-d-l-t-neft-tehnik-universitetinda-ya-ei-rektor-55671/
Читайте нас