Новости
27 Декабрь 2019, 12:12

Дознаватель ҡыҙҙы көсләүселәр оҙаҡҡа төрмәгә ултырасаҡ

26 декабрҙә "яңғырауыҡлы" енәйәткә нөктә ҡуйылды - Өфөнөң Киров суды өс элекке хоҡуҡ һаҡлаусыны - ике полиция бүлеге начальнигына һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлек етәксеһенә үҙ ҡарарын сығарҙы.

Салауат Ғәлиев менән Эдуард Матвеев ете йылға, Павел Яромчук алты йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатыласаҡ. Бынан тыш, 23 йәшлек дознаватель ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәр зыян күреүсегә мораль зыянды ҡаплау йәһәтенән һәр береһе өсәр миллион һум аҡса түләйәсәк.

Зыян күреүсе яҡтың адвокаты суд ҡарары менән килешеүен белдергән. Киров район судының ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән һәм уны 10 көн дауамында инҡар итергә мөмкин.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Doznavatel-i-i-k-sl-sel-r-o-a-a-t-rm-g-ultirasa-55613/
Читайте нас