Новости
27 Декабрь 2019, 09:10

Бында эшкә килергә сират ҙур

“Роснефть” нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек йәмғиәте – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Шкапов газ эшкәртеү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте быйыл үҙаллы етештереү берәмеге сифатында 1959 йылда эшләй башлаған 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Коллектив Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш нефть һәм газ ятҡылыҡтарынан килгән эйәрсен нефть газын һәм еңел углево­дородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә.

Исеме һәм статусы нисек кенә үҙгәртелмәһен, коллектив элек-электән тотороҡло эшләй һәм ҡоролмаларын да заман талап иткәнсә яңырта, продукцияның сифатын яҡшырта, табыш алыуҙы арттыра бара. Уның юғары сифатлы продукцияһына республикала ла, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Әммә баҙар иҡтисады шарттары аяуһыҙ, шуға күрә “Башнефть” кеүек бәһле­үәндең бүлен­дек предприятиеһы булыу маҡсатҡа ярашлыраҡ.

Предприятие биләгән майҙан ҙур – 120 гектар тәшкил итә. Эйәрсен нефть газы Ишембай, Аксаков һәм башҡа ятҡылыҡтарҙан ошо предприятиеға торбалар буйлап килә. Компрессор стан­цияһында тығыҙлау һөҙөмтәһендә баҫымы күтәрелгәс һәм дымға эйәргән матдәләрҙән, нефть тамсыларынан таҙартылғас, был газ артабан эшкәртеү өсөн май абсорбцияһы газды фракционлау ҡоролмаһына ебәрелә. Шулай итеп, промыслаларҙан йыйылған барлыҡ газ тулыһынса эшкәрте­леүгә дусар ителә. Ә уның күләме аҙ түгел – йылына 52 миллион кубометр самаһы.

“Роснефть” сеймал менән беҙҙе тейешле күләмдә тәьмин итә”, – тинеләр предприятиела. Газ хи­мияһын үҫтереү – “Роснефть” стратегияһының төп йүнә­леш­тәренең береһе. Тимәк, был тармаҡ киләсәге ҙур булған йүнәлештәрҙең береһе тип ҡарала.

– Кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителә? – тип һорайбыҙ генераль директор Олег Хальзовтан.

– Беҙгә эшкә урынлашырға те­ләгәндәрҙән сират ҙур, – ти ул. – Ан­кеталар, резюмелар оҙаҡ ята. Предприятиеға эшкә урынлашыу ҡат­марлы, ә эшләп йөрөгәндәр өсөн был хеҙмәт урыны абруйлы тип тә әйтә алам, шуға күрә һайлап алыу талаптары ла ярайһы уҡ етди. Эштән китеү осраҡтары юҡ тиһәң дә була, нигеҙҙә, пенсияға сыҡ­ҡандар ғына ҡалдыра заводты.https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/bynda-eshk-kilerg-sirat-ur/
Читайте нас