

Бөгөн республика етди ғилми тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға мохтаж. Донъяла технологик тәртип алмашынғанда инновация өлкәһендә көнәркәшлек арта, Рәсәйҙәге иң эре төбәктәрҙең береһе булған Башҡортостан иҡтисадында, сәнәғәттә, медицинала, экологияла һәм башҡа тармаҡтарҙа алдынғы технологиялар талап ителә. Беҙгә үҫеш өлгөһө кәрәк, шуға ла төбәктең булған мөмкинлеген тулыһынса файҙаланыу мөһим, - тине Александр Сидякин. - Һеҙҙе юғары наградағыҙ менән ҡотлайым һәм артабанғы ғилми эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Киләсәктә беҙ был эшкә юғарыу уҡыу йорттарын, ғилми үҙәктәрҙе, күренекле ғалимдарҙы һәм белгестәрҙе тулыһынса йәлеп итербеҙ тип ышанам.
Әйткәндәй, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы республикала ике йылға бер бирелә. Уның күләме 500 мең һум. Быйыл конкурс комиссияһы төрлө тармаҡтағы 13 проектты ҡараған. Абруйлы премия төбәктең ғилми-техник ҡаҙанышын үҫтереүгә тос өлөш индергән дүрт ғалимдар коллективына тапшырылды.