Новости
27 Декабрь 2019, 07:50

Бер һауыт ҡәләм әле һаман онотолмай...

Изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр күп ул донъяла. Шундайҙарҙың береһе – Өфөлә йәшәгән 69 йәшлек Юрий Иванович. Иҫ китерлек нимә эшләгән һуң тиһегеҙме? Ул балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә Яңы йыл алдынан үҙенсәлекле бүләк эшләгән.

Юрийҙың үҙ ғүмер юлы ла ошондағы балаларҙыҡына оҡшаш. Яҡты донъяға килеү менән әсәһе унан баш тартып, сабыйҙар йортона тапшырған, дүрт йәше тулғас, балалар йортона күсерелгән – тәүҙә Бәләбәйҙәге, шунан Бишбүләк, һуңынан Бөрөләгеһенә. Шунда йәшәгәндә кисергән бик ҡыуаныслы ваҡиға тураһында ул бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Балалар йортона Яңы йыл менән ҡотларға хәрби частан курсанттар килә. Уларҙың береһе бәләкәй Юраға бер һауыт ҡәләм бүләк итә. Шул ваҡыттағы тәьҫораттары, кисерештәре әле булһа онотолмай, уның күңел түрен һаман йылытып тора.
Күңеленә изгелек орлоғо, бәлки, шул мәлдә һалынғандыр, хәҙер Юрий Иванович үҙе ике айҙан дүрт йәшкәсә бәпестәр йәшәгән сабыйҙар йортона йыш ҡына барып йөрөй. Ул көн һайын тиерлек, ВАЗ туҡталышында баянда уйнап, һигеҙ моҡсай уйынсыҡлыҡ аҡса эшләгән. Бөгөн Юрий Иванович сабыйҙар йортона килеп, баянда уйнаған, хәләл көсө менән эшләп тапҡан аҡсаһына алынған уйынсыҡтарҙы балаларға бүләк итеп шатландырған.
Эргәбеҙҙә ошондай кешеләрҙең булыуы донъяны сағыуыраҡ, йәмлерәк, яҡтыраҡ итә лә инде.
Ә. Таһирова фотоһы.
Читайте нас