Күптән түгел ул Башҡортостандың тормош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса иң яҡшы муниципаль берәмеге исемен дә яулағайны. 1766 йылда Ағиҙел, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ҡушылған урындағы пристандән башланып киткән ҡала сәнәғәт өлкәһендә лә иң ҡеүәтлеләрҙән һанала: уның каучук, сода һәм цемент етештереү, машиналар һәм станоктар эшләү буйынса һәм башҡа предприятиелары тиҫтәләрсә йылдар буйы ҡеүәттәрен арттыра бара. Уның торба һалғыс машиналары, бульдозерҙары, металл ҡырҡыу станоктары, нефть промыслаһы һәм быраулау ҡорамалдары бөтә донъя буйлап эшләй. Ҡала эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек предприятиелары менән дә билдәле.
Стәрлетамаҡтың 70-тән ашыу милләтте берләштергән халҡы торлаҡты ла күп төҙөй (бер кешегә уртаса 20,2 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килә), социаль өлкәне лә йылдам үҫтерә бара. Тыуым күрһәткесе лә бында республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/aldyn-yly-ty-birm-y/