Новости
27 Декабрь 2019, 08:50

Ҡабырғаһын һындырғансы...

Шишмә районындағы бер мәктәптә VII класс уҡыусыһының ҡабырғаһын һындырғандар. Был хәл физкультура дәресендә була. Тағы ла аяныслырағы шул: көсһөҙҙө яҡлашыр урынға, класташтары, киреһенсә, ҡырағай күренеште видеоға төшөрөп торған.

Зыян күргән уҡыусының ата-әсәһе 4-се мәктәп уҡытыусыһының ғәйебен иҫбат итергә тырыша, сөнки ваҡиға спорт залында булған, ә ул көрмәкләшкән малайҙарҙы күрмәгән.
Ҡайһы бер яңылыҡтарҙа яҙылыуынса, әлеге уҡыусыны һәр ваҡыт йәберләгәндәр, туҡмағандар, исем таҡҡандар. Әле ата-әсә улдарының һаулығы өсөн борсола.
Фото интернет селтәренән.
Автор: Аклима Гизатуллинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/abir-a-in-indir-ansi-54040/
Читайте нас