Новости
27 Декабрь 2019, 09:15

“15 мең һум биреп, минән ҡотолмаҡсы инеләр”

Дарья исемле ҡыҙ башынан үткән ваҡиға тураһында һөйләмәй булдыра алманы, сөнки ул бәләгә тарыған эш урынынан киткән, хәҙер үҙен ирекле кеше итеп тоя.

Ҡыҙ интернет-заказдар йыйыу буйынса менеджер булып эшләгән. Ул көндә, эштә йөк тейәүселәр булмағас, үҙенә келәттә эшләргә тура килә. Посылка йәшниген алам тип, баҫҡыс буйлап күтәрелгәс, ҡапыл ҡолап төшөп, умыртҡа бағанаһын имгәтә.
-Беҙҙә йыш ҡына йөк тейәүселәр булмай торғайны, тауарҙы үҙебеҙгә алырға тура килде. Ҡаты имгәнгәс, мине “күп һөйләнһәң, эштән ебәрәбеҙ” тип ҡурҡыттылар, 15 мең һум биреп, минең менән “иҫәпләшмәксе” булдылар, күрәһең, - тип һөйләй Дарья. Дауаханала өс ай ятырға тура килә уға. Эш урынында имгәнгәнлеге асыҡланғас, үҙенә тынғылыҡ булмаҫын аңлап, ахырҙа эштән китергә мәжбүр була. Ҡыҙҙың хәле яҡшырған. Нисек тә, эштә имгәнеү сәбәпле,”ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ” өсөн түләү алырға уйлай.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ҡыҫылғандан һуң, компанияны производствола бәхетһеҙлек осрағы хаҡында акт төҙөргә мәжбүр итәләр. Июль айында булған хәл саҡ аҙағына яҡынлашты. Өҫтәүенә “Балалар донъяһы” компанияһы штраф түләргә бурыслы.
Дарья Соколова фотоһы.
Читайте нас