

Учалы шыршыһы республикала иң яҡшыһы, тиһәк тә, бер ҙә хаталанмаҫбыҙ.
Сөнки быйыл ул яңы 3D-яҡтыртыуы менән биҙәлгән.
Иллюминация күҙ алғыһыҙ матур, сағыу, бай.
Яңы иллюминацияға аҡса урындағы бюджеттан бүленгән, шулай уҡ Учалы былтыр Яңы йыл ҡаласыҡтары араһында үткәрелгән республика конкурсында икенсе урын яулап, аҡсалата бүләкләнгәйне, шул премия аҡсалары ла тотонолған.
Байрам тамашаһы бик күңелле, бер тында уҙҙы.
Иң ҡыуанғаны балалар булғандыр: улар боҙ таусыҡтарынан шыуып, санала йөрөп, лабиринтта баҫтырышып уйнап, мас килде...
Фото: автор.