Шул уҡ ваҡытта “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ир менән ҡатындың бер-береһенә яҙған хаттары йылылығы менән хайран ҡалдыра. “Фәрештәм минең, яратҡан ҡатыным, һин - минең өсөн планеталағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ. Мин һине ныҡ яратам, һәр бер ҡылыҡ-хәрәкәтеңә һоҡланам. Бел, мин һәр ваҡыт яныңда – һинең таянысың, һаҡлаусың һәм мөхәббәтең”, тип яҙған Артур. Һәм ошоноң ише яҙмалары бик күп. Ҡатыны ла уға һәр ваҡыт ихлас яуап биргән, мөхәббәтен белдергән.
“Про Уфу” баҫмаһы хәбәрсеһенә Артурҙың ҡатыны талашмауҙары һәм уның тарафынан суицидҡа еткереү булмаған тигән. “Ул эштә саҡта эсте. Һәм мин шуны беләм: бер көн алда баш табип уны ныҡ итеп әрләгән. Сәбәбен белмәйем”, – тигән ул.