Новости
26 Декабрь 2019, 18:05

Пассажир автобусы менән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше йәрәхәтләнгән

Бөгөн Стәрлетамаҡта еңел автомобиль һәм пассажир автобусы ҡатнашлығында авария булған.

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «НефАЗ» менән «ВАЗ-2109» бәрелешкән. Илебеҙ автомобиле водителе дауаханаға оҙатылған. Бәхеткә, автобуста пассажирҙар булмаған. Ҡаланың дәүләт автоинспекторҙары юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Читайте нас