Новости
26 Декабрь 2019, 08:20

Өфө скульпторы Салауат Фидаи "Тик-Ток" социаль селтәренең Рәсәй өлөшөндә ныҡ билдәле булып киткән

Интернетта ултырыусыларға "Тик-ток" тип аталған бер нәмәнең маҙаһыҙлауы, бар ерҙән рекламаһы күренеүе үтә таныш. Баҡтиһәң, ҡытайҙар уйлап сығарған "TikTok" социаль селтәрендә ҡыҫҡа видеолар, тура эфирҙар менән алышынып була. Рәсәй "Тик-тог"ында Өфө скульпторы Салауат Фидаи иң яҡшы автор исемен алды.

Рәссам һәм скульптор-миниатюрсы Салауат Фидаи ҡәләм остарында ҡырҡып һындар яһай. Уның видеояҙмаларын "Тик-токта" 300 меңдән алып 6 миллионға тиклем кеше ҡарай.

Салауат Фидай улының сәхифәһен @salavat.fidai нигы аҫтында табырға мөмкин. Уға өс меңдән ашыу кеше яҙылған.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-skulptori-Slauat-Fidai-Tik-Tok-sotsial-selt-rene-R-s-y-l-sh-nd-ni-bild-le-bulip-kitk-n-53983/
Читайте нас