Новости
26 Декабрь 2019, 07:58

Биксәндең үҙ "гаишнигы" барлыҡҡа килгән

"Йәшлек" гәзите иғлан иткән "Ауылымдың Яңы йыл ҡаласығы!" конкурсына килгән бер фотоһы айырым күрһәтмәйенсә түҙә алманыҡ. Ишембай районының Биксән ауылында йәшәгән Рәхмәтуллиндар йоттары янына ҡарҙан юл-патруль машинаһы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрен әүәләп ҡуйған.

Зөлфиә апай беҙгә ошоларҙы бәйән итте:

- Иптәшем Әбделхәй менан йортобоҙ янына эшләнек. Янында ҡар тауы ла бар - балалар шыуғанда, юлдан машиналар яйлап үтә. "Гаишник"ты ҡуйғас, беҙҙең яҡтан өс-дүрт көн бөтөнләй йөрөмәй торҙолар. Хәҙер өйрәнделәр, шулай ҙа төндә, эңерҙә һәм иртәнсәк фарҙар яҡтыһына жезл ялтырай, водителдәрҙең йөрәктәре тертләй, яйыраҡ үтәләр. Күрше урамдағы егет, ике көн буйы һеҙҙең урамды урап, өйгә ҡайттым, нишләп көн дә ЮХХДИ хеҙмәткәре тора ул, тип аптыраным тине. Машинаһын гаражда ҡалдырып,йәйәү килеп ҡарап, эй рәхәтләнеп көлдө.
Кешеләр "ДПС" экипажы янында фотоға төшәләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп китте, "Был урамда беҙҙең пост булды" тип шаярттылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Бәйләнештә" селтәрендә "Йәшлек" гәзите төркөмөндә "Ауылымдың Яңы йыл ҡаласығы!" конкурсы бара. Унда ауылығыҙҙың Яңы йыл ҡаласыҡтарын: боҙ һындарын, ҡар тауҙарын, биҙәлгән шыршыларҙы күрһәтегеҙ! Йорт янына ҡуйған һындарҙы күрһәтергә лә мөмкин.


Тулыраҡ мәғлүмәт:
https://vk.com/wall-35065816_53874

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biks-nde---gaishnigi-barli-a-kilg-n-54954/
Читайте нас