Новости
26 Декабрь 2019, 08:23

Башҡортостанда йөк поезы менән автомобиль бәрелешкән

Фажиғә 25 декабрҙә Белорет районында теркәлгән.

Мулдаҡай ауылында йәшәгән 33 йәшлек ир поезд яҡынлашып килһә лә ВАЗ-2114 автомобилендә Асы ауылы янындағы шлагбаумһыҙ тимер юлы үткәргесенә сыҡҡан тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте. 16 вагонлы составтың машинисы экстрен туҡтатыу ҡулланһа ла, ара етмәгән - локомотив еңел автомобилде бәрҙергән.

Водитель авария урынында йән биргән.

Әле тимер юл бәйләнеше кире тергеҙелгән, фажиғә урынында полиция һәм ҡотҡарыусылар эшләй.

Фото: ЮХХДИ

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostanda-y-k-poezi-men-n-avtomobil-b-releshk-n-54370/
Читайте нас