- Билдәһеҙ водитель 10 йәшлек баланы бәрҙергән. Уҡыусы юл аша үткәндә тайып йығылған. Шул мәлдә билдәһеҙ машина, баланы күрмәй, артҡа сигенә һәм өҫтөнә менә. Һөҙөмтәлә малай аяғын йәрәхәтләй. Ә водитель хәл-ваҡиға урынынан ҡаса. Ошо хәлдең шаһиттарының полицияға мөрәжәғәт итеүен һорайбыҙ, - ти улар.