Новости
26 Декабрь 2019, 08:15

Автошыршы!

2017 йылда Ринат Вәлитов исемле егет ойошторған “Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам итеү" төркөмө Яңы йылды үҙенсәлекле ҡаршыланы - водителдәрҙе автошыршыға йыйҙы.

Йөҙҙән ашыу машина йыйылып, шыршы булып теҙелгәс, был күренеште квадрокоптер менән өҫтән видеоға төшөрҙөләр.

Водителдәр үҙҙәре генә түгел, ҡайһы берәүҙәр ғаиләләре менән дә килгәйне. Шуға ла сара байрамса төҫ алды.

Водителдәрҙең теләктәшлегенә, берҙәмлегенә ялҡынлы һәйкәл кеүек булды был автошыршы.

Фото: автор.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Avtoshirshi-54450/
Читайте нас