Новости
25 Декабрь 2019, 13:30

Яңы йыл – барыһының да көтөп алған байрамы.

Уйын-көлкө, бүләктәргә һәм мөғжизәгә бай мәлде яратмау мөмкинме? Бына бөгөн 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары өсөн дә шундай матур байрам ойошторолдо.

Балалар уйнаны, бейене, күңел асты, Ҡыш бабайҙы саҡырҙы, бергәләп шыршының утын ҡабыҙҙы. Ҡыҫҡаһы, балаларҙың көтөп алған байрамы бик тамашалы, күңелле үтте. Ойоштороусыларға һәм балаларҙың үҙҙәренә ҙур рәхмәт!
Читайте нас