Новости
25 Декабрь 2019, 09:46

Яңы йыл бүләктәре!

Көйөргәҙе районында "Изге яңы йыл бүләге" акцияһы бара.

Был сара сиктәрендә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, оло йәштәге яңғыҙ пенсионерҙарҙы, һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бүләктәр тапшыра.

Мәрхәмәтлек акцияһының инициаторы - Көйөргәҙе районының Изгелек фонды.

Матур сараға һәр кем ҡушылып, мохтаждарға ҡыуаныс өләшә ала.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-yil-b-l-kt-re-52989/
Читайте нас