Новости
25 Декабрь 2019, 12:55

Венгрияла вафат булған...

Венгрияла Өфө ҡыҙы, пианистка Элина Вәлиева фажиғәле рәүештә вафат булған.

Өфө махсус музыка колледжын тамамлаған талантлы музыкант (педагогы Лия Кәримова) - төрлө конкурстар лауреаты, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты, Рәсәй мәҙәниәт фондының Халыҡ-ара хәйриә программаһы һәм «Яңы исемдәр» Халыҡ-ара хәйриә фонды, «Һәләтле балалар» фонды стипендиаты, музыка даирәләрендә яҡшы таныш ҡыҙ.
Элина Мәскәү дәүләт консерваторияһында уҡый, Рәсәй Музыка академияһында ассистернатура-стажировка үтә. "Кисә Будапешт ҡалаһында минең уҡыусым, иҫ киткес шәп пианист һәм кеше Элина Вәлиева вафат булды, — тип яҙа "Фейсбук"та уҡытыусыһы Юрий Богданов. - Ял көндәрендә ул егете менән Будапештҡа осҡан. Ҡуртымға фатир алғандар. Душҡа ингән, ә унда газ сығып торған. Үкенесле, Элинаны ҡотҡара алмағандар".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас