Новости
25 Декабрь 2019, 09:56

Урланған аҡсаға ҡыҙын "ҡыуандырған"

Ишембайҙа бер ир магазинда ҡарауһыҙ ҡалдырылған ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһын сәлдергән.

Унда аҡса, телефон һәм банк картаһы ятҡан. Иҫәптән аҡсаһы юғалғас, 54 йәшлек ханым полицияға йүгергән.

Бурҙы табыу ауырлыҡ тыуҙырмаған - быға тиклем дә закон менән проблемалары булған 27 йәшлек егет банкомат аша үҙенең иҫәбенә аҡса күсергән һәм сәскә магазинына киткән. Унан ул 51 рауза һәм 6 меңлек уйынсыҡ айыу тотоп сыҡҡан. Тик бына һөйгәнен бүләктәр менән шатландырып өлгөрмәгән - уны магазиндан сыҡҡан саҡта тотҡандар. Егет ҡулға алынған. Ҡыҙ ҙа "жалкы" - айыу енәйәттең әйберләтә дәлиленә әйләнгән. Урлаған, тотонған, төрмәгә - романтика! Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Urlan-an-a-sa-a-i-in--iuandir-an-52379/
Читайте нас