Новости
25 Декабрь 2019, 09:48

Учалыла тантаналы сара үтте

24 декабрҙә, БР Конституцияһы көнөндә, Учалы филармонияһында производство алдынғыларын, ғаилә юбилярҙарын, ирекмәндәрҙе бүләкләнеләр.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр вәкилдәре бар ине: сәнәғәт предприятиелары эшселәре, автотранспорт, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре. Бынан тыш республика конкурсында еңеү яулаған йорттарҙың вәкилдәре лә дипломдарға лайыҡ булды.

Шулай уҡ Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары ла тантаналы тәбрикләнде. Улар, ирекмәндәр, халыҡҡа һанлы телесигналға күсергә ярҙам итте.

Отличие билдәһе, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән илле кеше бүләкләнде.

Кешегә ҡыуаныс өсөн күп тә кәрәкмәй - бер йылы һүҙ, иғтибар етә.

Фото: ВК-нан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uchalila-tantanali-sara-tte-53001/
Читайте нас