Новости
25 Декабрь 2019, 13:05

"Стенканы күрҙеңме?"

Бер танышым саҡырҙы. Белеп торам: ул берәй нәмә алһа, түл-ҡорғандарын яңыртһа, шулай саҡырып ала.

Мин иһә шундай кеше - сепрәк-сапраҡҡа, донъя малына иҫем китмәй. Өйөнә индек - ысынлап та, бөтә мебелен яңыртҡан, яңы түлдәр алып элгән. Түрбашҡа сыҡтыҡ. Сәй эсергә.

"Стенкам оҡшаймы?" - тей. Мин әйтәм: "Ҡайҙа һуң ул, күрмәнем". "Һуң, залда стена буйында бит".

Оят булып китте. Стенка һынлы стенканы күрмәгәс...

Фото: teremeb.ru

Айһылыу Ғарифуллина.

Автор: Венер ИСХАҠОВ әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Stenkani-k-r-e-me-53044/
Читайте нас