Новости
25 Декабрь 2019, 09:42

Сиреналар яңғыраясаҡ

24—26 декабрҙә Башҡортостандағы төбәк автоматлаштырылған гражданлыҡ оборонаһы үҙәк хәбәр биреү системаһы пландан тыш комплекслы тикшереү үтә. Уның барышында «Бөтәһенә лә иғтибар!» («Внимание всем!») сигналы биреләсәк.

Урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-сы яртынан көндөҙгө 4-кә тиклем бөтә республика биләмәһе буйлап бер- бер артлы сирена яңғыраясаҡ.

Электр сиренаһы ҡыҫҡа ваҡытлы, оҙайлығы 30 секундҡа тиклем. Ысын ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда «Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы электр сиреналар, репродукторҙар, сәнәғәт предприятиелары гудоктары менән биш минутҡа хәтлем оҙайлыҡта бирелә.

Халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл хаҡында хәбәр биреү – кәрәкле хәүефһеҙлек сараһы. Ул халыҡты ниндәй ҙә булһа берәй авария эҙемтәһенән һаҡларға ярҙам итә.

«Бөтәһенә лә иғтибар!» — хәүеф йәки ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килеү осрағында ашығыс хәбәр биреү алдынан халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн бирелә торған иҫкәртеү сигналы.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sirenalar-ya-irayasa-52811/
Читайте нас