Новости
25 Декабрь 2019, 13:00

“Әсәкәйем минең, һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?”

Уҙған аҙнала Әбйәлил районында булған автомобиль аварияһының ҡорбандары артты. Тәүҙә хәбәр итеүебеҙсә, унда өс кеше һәләк булғайны. Улар 21 һәм 27 йәшлек ике егет, 53 йәшлек ҡатын ине.

Шулай уҡ авария һөҙөмтәһендә биш кеше йәрәхәтләнгәйне. Улар араһында 44 йәшлек Гөлсинә Әминева ла бар ине. Табиптар ошоға тиклем уның ғүмере менән көрәште, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн һәләк булды. Ул үҙенә лә килмәй реанимацияла йән биргән.
Әминевтәр-Хәйретдиновтар ғаиләһе ул кисте “ЗАЗ Шанс” автомобилендә өйҙәренә ҡайтып барған, улар такси саҡырған булған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтып етә алмайҙар.
Гөлсинәнең өлкән ҡыҙы белдереүенсә, әсәһе ауыр мейе-баш һөйәге йәрәхәте ала һәм комаға китә. Табиптар уның янына реанимацияға индермәй. Һәләк булған ҡатындың тағы дүрт йәшлек бәләкәй ҡыҙы ла ҡалған. Уны әле өлкән ҡыҙ ҡарай.
"Ниңә генә былай килеп сыҡты? Әсәкәйем минең, артабан нисек йәшәргә? Барыһы ла башҡаса булырға тейеш ине бит, - ти ул. – Ярар беҙ, ә бәләкәй һеңлем ни эшләр әсәйһеҙ? Ул төнө буйы уны саҡырып сыҡты, көнө буйы илай, әсәй кил, кил, ти. Әсәйемдең тормошҡа шул тиклем пландары күп ине, хәҙер барыһы ла емерелде".
Әйткәндәй, был аварияла “Шкода Фабиа” водителе ғәйепле тиҙәр, ул ниндәйҙер сәбәп буйынса ҡаршы юл һыҙатына килеп сыҡҡан. Шулай уҡ ул ун йыл буйына срогы сыҡҡан водитель танытмаһы менән йөрөгән...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автомобиль авариялары һәр ваҡыт шулай көтмәгәндә ғүмерҙәрҙе өҙә. Һағыраҡ булайыҡ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән бит. Ә был ғаиләгә түҙемлек. Ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Читайте нас