Автозактың Читанан 26 декабрҙә юлға сығыуы көтөлә. Егеттең яҡлаусыһы әйтеүенсә, ул Яңы йылды юлда ҡаршылауы ихтимал. Рәмил Мәскәүҙә атаһы менән осрашыуҙан баш тартҡан, сөнки уға үҙен ҡулға алырға кәрәк, инсульт кисергән яҡын кешеһенә лә тулҡынланырға ярамай. “Сербскийҙа ниндәй шарттар булыуын әйтә алмайым, әммә әлегә ул үҙен яҡшы тоя, уны бер кем дә ҡыйырһытмай, бер камерала ултырғандар менән дә мөнәсәбәте һәйбәт”, - тип белдерә һалдаттың адвокаты Туғушев.
Алда әйтеүебеҙсә, судта яуап тотоусылар үҙҙәренең ғәйебен таныған. Уларға хөкөм ҡарары зыян күргән яҡтың ҡатнашлығынан тыш сығарыласаҡ. Рәмилдән башҡа, унда тағы өс һалдат зарар күреүсе булараҡ тикшерелә.