Новости
25 Декабря 2019, 13:25

Ибраҡайҙар Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә.

Ә һеҙҙә эштәр нисегерәк? Шыршы ҡуйҙығыҙмы, шыуғалаҡ эшләнегеҙме? Ә бына ибраҡайҙар магазин эргәһенә шыршы ултыртҡандар, уны ауыл халҡы килтергән тәтәйҙәр, мишура менән биҙәгәндәр, тирә-яҡҡа күңелле музыка яңғырап тора.

Яҡупов Сафа Сабит улы балаларға күңелле булһын өсөн тирә-яҡтағы ҡарҙы йыйып, шыуғалаҡ та яһап ҡуйған. "Ҡар ғына әҙ, шыуа торғай тауҙы тағы ла бейегерәк итеп эшләп ҡуйыр инек. Шыршыны ла биҙәп бөтмәнек әле, йәштәр өсөн бейергә майҙансыҡ та буласаҡ, төнөн ул яҡтыртылысаҡ та", тип уртаҡлашты ул фекерҙәре менән. Бындай кешеләргә ҡарап: "Афарин!!!" тип әйтергә генә ҡала.
Читайте нас