Новости
25 Декабрь 2019, 09:48

Өфө ҡыҙы Европаға ял итергә барып газдан ағыуланып үлгән

Талантлы пианист ҡыҙ Элина Вәлиева ял көндәрендә егете менән Будапешт ҡалаһына юлланған булған.

Ҡыҫҡа ял туры фажиғә менән тамамланыр, тип бер кем дә көтмәгән: душҡа ингән ҡыҙ газдан ағыуланып йән биргән. Оло үкенескә күрә, тап ошо мәлдә ҡуртымға алынған фатирҙа газ бүленеп сыҡҡан.

Элина Вәлиева - РФ Мәҙәниәт министрлығы, БР Президенты һәм Рәсәй, халыҡ-ара хәйриә фондтары стипендианты.

Һәләк булған ҡыҙҙың яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f--i-i-Evropa-a-yal-iterg-barip-gazdan-a-iulanip-lg-n-53105/
Читайте нас