Новости
25 Декабрь 2019, 12:55

Диңгеҙгә сығып китә яҙғандар...

Баш ҡала полицияһына республиканың алты кешеһе ғариза яҙған. Әйтеүҙәренсә, уларҙы 2017 йылда дайвинг буйынса 52 йәшлек инструктор алдаған.

Был кешеләр иғлан күргән: йәнәһе, Өфө ҡалаһында йәшәгән бер ир Һинд океанындағы утрауҙар янында ҡуртымға алынған яхтала ял итеү өсөн төркөм йыя. Сәйәхәттең хаҡы 70 мең һумдан 120 меңгәсә тип билдәләнгән, ошо хаҡ эсенә диңгеҙ карабы эсендә йәшәү, туҡланыу, дайвинг менән шөғөлләнеү һәм башҡа ғәмәлдәр ингән.
Мәғлүм булыуынса, кешеләр дайвер иҫәбенә дөйөм алғанда 700 мең һум аҡса күсергән, ял итер өсөн сумаҙандарын йыя башлаған. Ир, әҙерлек бара, яхтаны ҡуртымға алыу эштәре башланды, тип белдергән. Тик бер аҙҙан ул телефондан шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлаған, тиҙҙән иһә бөтөнләй Өфөнән сығып киткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре башҡарған оператив сараларҙан һуң ирҙең Мәскәүҙә икәнлеге асыҡланған. Уны ҡулға алғандар һәм Өфөгә ҡайтарғандар.
52 йәшлек дайвер ғәйебен танымай, билдәһеҙ туроператорҙың ҡорбаны булдым, тип бара. Тик уның кешеләрҙән аҡса йыйғас, ҡаланан сығып китеүе шик тыуҙыра. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: cloudfront.net
Читайте нас